Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
22 Ғинуар , 09:35

Һауа температураһы түбәнәйә

Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Һауа температураһы түбәнәйә
Һауа температураһы түбәнәйә

Башгидромет белдереүенсә, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ, көньяҡта көслөрәк ҡар яуа. Ел көньяҡтан  һәм төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ –14...–9 градус.

Шишәмбелә, 23 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –28...–23 градус, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа –18...–13.

Шаршамбыла, 24, ғинуарҙа, шулай уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –26...–21, көндөҙ –16...–11 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: