Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
24 Ғинуар , 10:25

Һауа торошо

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Һауа торошо
Һауа торошо

 Башгидрометоүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ - 10, -15 градус.

Кесаҙна, 25 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә - 15, -20 градус, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ -9, -14 градус.

Йома, 26 ғинуарҙа, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын буласаҡ. Һауа температураһы төндә - 15, -20 градус, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ -9, -14 градус көтөлә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: