Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
27 Ғинуар , 09:35

Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы

...

Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы
Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

Бөгөн, 27 ғинуарҙа, көндөҙ болотло, төндә аяҙ яуым-төшөмһәҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –14...–9, төндә –24...–18 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, еңелсә.

Иртәгә, 28 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ –18...–13,  төндә –25...–21 градус буласаҡ. Ел башлыса төньяҡтан, еңелсә.

Киләһе аҙна башында, 29 ғинуарҙа, аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –18...–13, төндә  –23...–20 градус күрһәтә. Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: