Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр йылыраҡ була.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 1 февралдә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –9...–7, булһа, төндә –11...–9 градусҡа тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 2-3 метр тиҙлектә иҫә.
Йомала, 2 февралдә, шулай уҡ болотло булыуы, ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –6...–4 градус күрһәтһә, төндә –2 градусҡаса күтәрелә. Ел башлыса көньяҡ-көнсығыштан иҫә, тиҙлеге секундына 3-4 м.
Ял көндәрендә лә ҡар яуа, буранлай. Термометр бағанаһы –2...–5 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан иҫә, тиҙлеге секундына 5-6 метрға етә, тип прогнозлай синоптиктар.