Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ҡырҡа үҙгәреүсән һауа температураһы көтөлә.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 6 февралдә, болотло була, епшек ҡар яуа. Һауа температураһы –1...+1 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-5 метр тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 7 февралдә, шулай уҡ болотло булыуы, ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –9...–6 градус булһа, төндә –14 градусҡаса түбәнәйә. Ел башлыса йүнәлешен үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 7-9 метр.
Кесе йомала, 8 февралдә, болотло була, ҡар яуа, буран сыға. Термометр бағанаһы көндөҙ +1, төндә –5...0 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-8 метр тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.