Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
8 Февраль , 12:05

Көндәр һыуытырмы?

Башгидрометеоүҙәк хеҙмәткәрҙәре киләһе ике көнгө һауа торошо хаҡында хәбәр итте.

Көндәр һыуытырмы?
Көндәр һыуытырмы?

Иртәгә 9 февралдә төндә ҡар яуыуы , айырым райондарҙа буран көтөлә. Автомобиль юлдарында һырынтылар һалыныуы,  тайғаҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы  -10,-15 градус буласаҡ. Көндөҙ ҙә шулай уҡ ҡар яуыуы, көньяҡ-көнбайыштан ел иҫеүе көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы -7, -12 градус буласаҡ. 

10 февралдә лә шундай уҡ көн торошо көтөлә. Аяҙытҡанда һауа температураһы -16,-21 градусҡаса төшәсәк. Көндөҙ -12, -17 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: