Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
20 Февраль , 09:35

Синоптиктар Ейәнсурала сатлама һыуыҡ прогнозлай

Киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар Ейәнсурала сатлама һыуыҡ прогнозлай
Синоптиктар Ейәнсурала сатлама һыуыҡ прогнозлай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе сатлама һыуыҡтар көтөлә.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 февралдә, болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ –15...–12, төндә  –23...–18 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан иҫә, еңелсә.

Иртәгә, 21 февралдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –19...–15 градус булһа,  төндә –34 градусҡаса түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Кесе йомала, 22 февралдә, шулай уҡ аяҙ һәм һыуыҡ була. Термометр бағанаһы көндөҙ –25...–18, төндә –28...–34 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: