Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
25 Февраль , 11:45

Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында хәбәр итте

Һауа торошо

Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында хәбәр итте
Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында хәбәр итте

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәр йылыраҡ буласаҡ.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 февралдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –18...–9, төндә –25...–21 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 26 февралдә, шулай уҡ аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ –14...–5 градус булһа,  төндә –24 градусҡаса түбәнәйә. Ел төньяҡтан, секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 27 февралдә, аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ –14...–5 градус күрһәтһә, төндә –23 градусҡа тиклем һыуыта, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: