Бөтә яңылыҡтар

Ҡыш сигенергә уйламай

Һауа торошо прогнозы

Ҡыш сигенергә уйламай
Ҡыш сигенергә уйламай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә  һауа температураһы түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 6 мартта, көндөҙ болотло була, төндә аяҙыта, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ –11...–6, төндә –20...–12 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 7 мартта, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –11...–5 градус булһа, төндә –23 градусҡаса түбәнәйә. Ел йүнәлешен төньяҡтан, талғын.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, 8 мартта, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –13...–7, төндә –16...–13 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: