Бөтә яңылыҡтар

Көндәр ҡасан йылына

Һауа торошо прогнозы

Көндәр ҡасан йылына
Көндәр ҡасан йылына

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә  бер аҙ ҡар яуа, һыуыҡ була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 11 мартта, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –12...–6, төндә –20...–14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 12 мартта, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –11...–8 градус булһа, төндә –16...–13 градус һалҡын. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Шаршамбыла, 13 мартта, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –8...–4, төндә –14...–8 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: