Бөтә яңылыҡтар

Яҙ үҙенекен итә

Ейәнсура районына ысын яҙ килә

Яҙ үҙенекен итә
Яҙ үҙенекен итә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылы була.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 16 мартта, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –9...–2, төндә –20...–12 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 17 мартта, аяҙлы-болтло һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +4 градусҡа тиклем күтәрелһә,  төндә –11...–5 градус буласаҡ. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙнаның тәүге көнө, 18 март, болотло булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –0...+3 градус күрһәтһә, төндә –10 градусҡа тиклем һыуыта, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: