Бөтә яңылыҡтар

Ямғыр, епшек ҡар, көслө ел – Ейәнсураға “биш ҡунаҡ” килде

Һауа торошо

Ямғыр, епшек ҡар, көслө ел – Ейәнсураға “биш ҡунаҡ” килде
Ямғыр, епшек ҡар, көслө ел – Ейәнсураға “биш ҡунаҡ” килде

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ямғыр һәм епшек ҡар яуа. Яҙғы аяҙ көндәрҙән һуң көндәр боҙолоуын беҙҙең яҡтарҙа “биш ҡунаҡ” тип атайҙар.

Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 мартта, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +4...+5, төндә +3...+4 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, секундына 9-10 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 27 мартта, болотло була, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +2, төндә 0...+1 градус буласаҡ. Ел көньяҡтан, секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Кесе йомала, 28 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +1, төндә –2...0 күрһәтәсәк. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә., тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: