Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ейәнсура районында ҡар ҡатыш ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торшо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 31 мартта, болотло була, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +2...+4, төндә +1...+2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Апрелдең тәүге ике көнөндә болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы, тик 1 апрель иртәһендә Бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +3...+6 градус күрһәтһә, төндә 0 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, талғын.