Бөтә яңылыҡтар

Ҡойма ямғыр яуа

Ейәнсурала ял көндәренә һауа торошо

Ҡойма ямғыр яуа
Ҡойма ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Ейәнсура районында ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 апрелдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +11...+15, төндә +1...+5 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбелә, 6 апрелдә, болотло була, кисен һәм төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +12, төндә +15 градус буласаҡ. Ел көнсығыштан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Йәкшәмбелә, 7 апрелдә, болотло була, көндөҙ ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +9..+10, төндә +4..+6 градус күрһәтәсәк. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 2-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: