Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
10 Апрель , 09:35

Көндөҙ йылытһа ла төндәрен һыуыҡ була

Һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 апрелдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +10...+14, төндә 0...+4 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡтан, еңелсә.

Иртәгә, 6 апрелдә, болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +12..+14, төндә +1...+4 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Йомала, 12 апрелдә, болотло була, көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12...+17, төндә +6...+11 градус күрһәтәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: