Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
15 Апрель , 09:35

Егерме градусҡа тиклем йылыта

Һауа торошо

Егерме градусҡа тиклем йылыта
Егерме градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылыта

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 15 апрелдә, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ +10...+12, төндә +8...+9 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 16 апрелдә, аяҙлы-болотло була, бер аҙа ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +12...+14, төндә +5...+9 градус буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 17 апрелдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +11...+15 күрһәтәсәк. Ел көньяҡтан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: