Һауа торошо Погода
22 Апрель 2024, 06:45

Һауа торошо

 Һуңғы арала термометр бағанаһы +30 градусҡаса күтәрелеп, көндәр йәйгесә эҫе тора. Киләһе көндәрҙә һыуытырмы? Һауа торошо ниндәй булыр?

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо
 

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда алдағы ике көндә эҫе һауа торошо һаҡлана.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 22 апрелдә, урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.

Шишәмбе, 23 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Төндә +10, +15°, көндөҙ +21, +26°.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас