Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 апрелдә, аяҙлы-болотло була, яуым-төшө көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +25...+27, төндә +12...+17 градус тәшкил итә. Ел башлыса көнсығыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 24 апрелдә, болотло була, көн дауамында ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +16...+18, төндә +9...+12 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 25 апрелдә, ҡабат аяҙыта. Термометр бағанаһы көндөҙ +16...+18 градус күрһәтһә, төндә +4-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.