Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һыуығыраҡ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +12...+15 градус булһа, төндә +4-кә тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Беренсе май байрамында, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +19 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +6...+13 күрһәтәсәк. Ел башлыса көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 7-9 м тиҙлектә иҫә.
Кесе йомала, 2 майҙа, шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +12...+14 градус булһа, төндә +2-гә тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.