Көндәр ҡасан йылына

Һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыраҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +7...+9, төндә 0...+4 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 6 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +13...+14, төндә +1...+9 градус күрһәтә. Ел башлыса көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-8 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 7 майҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +13...+17, төндә +8...+12 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас