Һауа торошо прогнозы

...

Һауа торошо прогнозыҺауа торошо прогнозы
Һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ейәнсура районында ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 майҙа, көндөң икенсе яртыһында һәм төндә ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +13...+18, төндә +8...+10 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙна башында 13 майҙа, болотло, булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8...+9 градус күрһәтә, төндә +3-кә тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан секундына 5-7 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 14 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +13...+15, төндә +4...+10 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас