Һауа торошо һөйөндөрмәксе

Башгидромет хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр йылыныуы көтөлә.

Һауа торошо һөйөндөрмәксеҺауа торошо һөйөндөрмәксе
Һауа торошо һөйөндөрмәксе

Төндә һауа температураһы 0-дән +5 градусҡаса, урыны менән -3 булып, ҡырау төшөүе фаразлана.

Көндөҙ иһә термометр бағанаһы +10...+15 градусҡаса күтәрелеп, ниһайәт, яҙғы йылы көн менән һөйөндөрмәксе. Ел әллә ни көслө булмаҫ, йүнәлеше - төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас