Бөтә яңылыҡтар

Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал

Һауа торошо

Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал
Бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында башлыса яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 15 майҙа, аяҙлы-болотло була, ямғыр яуыуы көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +13...+15, төндә +7...+10 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе ике көндә, 16, 17 майҙа, шулай уҡ аяҙыйыусан болотло, башлыса яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тик иртәгә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +14...+17, төндә +6...+11 градус буласаҡ, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: