23 градусҡа тиклем йылыта

Һауа торошо

23 градусҡа тиклем йылыта23 градусҡа тиклем йылыта
23 градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында башлыса яуым-төшөмһөҙ була

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 майҙа, аяҙлы-болотло була, ямғыр яуыуы көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +15...+18 градус тәшкил итә, төндә +2-гә тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 21 майҙа, аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +6...+14 градус буласаҡ.  Ел көнбайыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 22 майҙа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +22...+24, төндә +11...+15 градус буласаҡ.  Ел көньяҡ- көнбайыштан һәм көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас