Киләһе аҙна башында һыуыта

Һауа торошо прогнозы

Киләһе аҙна башында һыуытаКиләһе аҙна башында һыуыта
Киләһе аҙна башында һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙна башында Ейәнсура районында һыуығыраҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 майҙа, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +16...+22, төндә +10...+16 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 26 майҙа, шулай уҡ аяҙ булыуы, тик төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +23...+25, төндә +7...+14 градус күрһәтә. Ел башлыса көнбайыштан һәм төньяҡтан иҫә, тиҙлеге секундына 9 метрға тиклем барып етә.

Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 27 майҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +13...+15 булһа, төндә 0 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас