Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында белдерҙе

Һауа торошо

Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында белдерҙеСиноптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында белдерҙе
Синоптиктар көндәр ҡасан йылыныуы тураһында белдерҙе

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылы була

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 майҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +16...+20 градус тәшкил итә, төндә +4-кә тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 1-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 29 майҙа, аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +22...+26, төндә +7...+16 градус буласаҡ.  Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Кесе йомала, 30 майҙа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +25...+27, төндә +12...+19 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас