Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Ейәнсура районында эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 июндә, аяҙ һәм эҫе була. Һауа температураһы көндөҙ +31...+34, төндә +18...+25 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Ял көндәрендә, башлыса аяҙлы-болотло булыуы, шәмбе көндө иртәнсәк күк күкрәүе һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +32...+35, төндә +18...+25 градус буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, тип прогнозлай синоптиктар.