Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 июндә, башлыса аяҙлы-болотло була, күк күкрәп бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +29...+30, төндә +18...+24 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 20 июндә, шулай уҡ аяҙлы-болтло була, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +23...+26, төндә +12...+19 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-7 м тиҙлектә иҫә.
Йома көндө, 21 июндә, башлыса аяҙ була, тик көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +26...+28 булһа, төндә +14...+21 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.