Һауа торошо Погода
21 Июнь 2024, 06:36

Ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә

Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 21 июндә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +25,+30°.

Ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөләЯл көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә
Ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә

Шәмбе, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +12,+17°, көндөҙ +23,+28°.

Йәкшәмбе, 23 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +20,+25°.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас