Бөтә яңылыҡтар

Һалҡынайта, ямғыр яуа

Һауа торошо прогнозы

Һалҡынайта, ямғыр яуа
Һалҡынайта, ямғыр яуа

Киләһе көндәргә прогноз

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 июндә, башлыса болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21...+22, төндә +14...+16 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көнбайыштан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 24 июндә, шулай уҡ болтло була, ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +16, төндә +12...+15 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 25 июндә, башлыса аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +18...+20 булһа, төндә +6 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: