Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәр Ейәнсура районында ямғырлы һәм һалҡынса була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 июндә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+19, төндә +6...+13 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 26 июндә, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+20, төндә +13...+15 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Кесаҙнала, 27 июндә, шулай уҡ болотло булыуы, көн дауамында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +18 булһа, төндә +13...15 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.