Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәреҙә Ейәнсура районында ямғыр яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 июлдә, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +24...+26, төндә +15...+19 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндә, 10, 11 июлдә, болтотло була, көн дауамында ямғыр яуа, күк күкрәй. Һауа температураһы көндөҙ +22...+25, төндә +17...+19 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.