Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ямғыр яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +23...+26, төндә +15...+20 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Киләһе ике көндә, 18, 19 июлдә, болотло була, көн дауамында ямғыр яуа, күк күкрәй. Һауа температураһы көндөҙ +25...+26, төндә +15...+19 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.