Башгидромет хәбәр итеүенсә, республикала киләһе аҙнала ҡапыл һыуыта. 22 июлдә һауа температураһы көндөҙ +16,+21 градус, төнөн иһә +12,+17 булыуы күҙаллана. Ямғыр яуасаҡ. Урыны менән көслө һәм йәшенле буласаҡ. Ел төньяҡтан, урыны менән көслө.
Аномаль һауа торошо августа ла дауам итәсәк. Көслө ҡойма ямғырҙар, борсаҡ, көслө ел булыуы фаразлана.
Росгидромет хәүефле гидрометеорологик күренештәр артасағын иҫкәртә.
Гисметео порталы иһә , август башында Башҡортостанда көндөҙ +23,+24 градус булыуын күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта ғалимдар ямғырҙарҙың үтә эҫе менән алмашынып торасағын фаразлай. Әйткәндәй, республикала йәй айҙары алдағы йылдар менән сағыштырғанда эҫерәк була бара.
Метеорологтар ҡапыл үҙгәргән контраст һауа торошо, ғәрсәттәр - глобаль йылытыу һөҙөмтәһе тип иҫәпләй.