Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәр Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 июлдә, аяҙлы-болотло була, күк күкрәй, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +27...+30, төндә +18...+22 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 22 июлдә, болотло булыуы, күк күкрәп, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +24...+26, төндә +18...+22 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 23 июлдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +20...+22 булһа, төндә +15...+17 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.