Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда һауа температураһы +8 градусҡаса түбәнәйә

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы +8 градусҡаса түбәнәйә.

В Башкортостане похолодает до +8 градусов
В Башкортостане похолодает до +8 градусов

Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 23 июлдә, республикала а ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көслө ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ көтөлә. Төньяҡ кварталдан ел уртаса, йәшендәр көслөгә тиклем. Көндөҙ һауа температураһы +17, +22° була.

Шаршамбы, 24 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +16, +21°.

Кесаҙна, 25 июлдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ тотош республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшен йәшнәүе, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: