Бөтә яңылыҡтар

Прогнозланған аномаль эҫе йәй августа көтөлә

Быйылғы йәй иң эҫеһе буласаҡ, тип фаразланғайны...

Прогнозланған аномаль эҫе йәй августа көтөлә
Прогнозланған аномаль эҫе йәй августа көтөлә

Ҡышын метеорологтар, быйылғы йәй иң эҫеһе буласаҡ, Эль-Ниньо рекордлы юғары һауа температураһы алып киләсәк, тип прогнозлағайны. Әммә Башҡортостан халҡын ямғырлы һәм һалҡынса көндәр йөҙәтеп бөттө. Йылғалар ташып, хатта күперҙәрҙе ағыҙа.

Башгидромета синоптиктары белдереүенсә, июлдең һуңғы аҙнаһы республикала һалҡын һәм ямғырлы була. Төндәрен һауа температураһы +5...+10 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ +15...+20 градус тәшкил итәсәк.

Әммә августа төбәктә аномаль эҫе булыуы ихтимал. Синоптиктар әйтеүенсә, глобаль йылыныуға бәйле йәй йылдан-йыл эҫерәк буласаҡ.

Рәсәй Гидрометүҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфанд был йәйҙә эҫе осорҙар буласаҡ, тип иҫәпләй. Уның прогноздары буйынса, Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда һауа температураһы +25...+27 градус тәшкил итәсәк. Әммә көньяҡ Уралда айҙың икенсе яртыһында йәшен йәшнәп һәм күк күкрәп ҡойма ямғырҙар яуыуы мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: