Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәре Ейәнсура районында ямғырлы һәм һалҡынса була түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 августа, башлыса болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +18...+20, төндә +15...+17 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 11 августа, шулай уҡ болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +20...+22, төндә +14...+16 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Киләһе аҙна башында, 12 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21...+23 булһа, төндә +13...+17 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.