Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн йәнә ямғыр яуа, урыны менән көслө. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +14, +19 градус.
Кесаҙна, 15 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +13, +18.
Йома, 16 августа, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, айырым райондарҙа йәшен. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ +13, +18.