Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
19 Август 2024, 09:17

Аҙна башында ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар прогнозы

Аҙна башында ниндәй һауа торошо көтә?
Аҙна башында ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа трошоноң әллә ни үҙгәреүе көтөлмәй.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 августа, аяҙлы-болотло бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21...+23, төндә +11...+16 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе ике көндә, 20, 21 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа. Һауа температураһы көндөҙ көндө +20...+23, төндәрен +10...+17 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: