-4 °С
Ҡар
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Ейәнсура районында яуым-төшөмһөҙ һәм һалҡынса була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 24 августа, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +19...+21, төндә +7...+13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 25 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +19...+20, төндә +13...+15 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Киләһе аҙна башында, 26 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +20...+22 булһа, төндә +11...+16 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.