-4 °С
Ҡар
Аҙна башында Башҡортостанда көндәр +25 градусҡаса йылыта. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 26 августа көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа +20, +25 градусҡаса йылына.
Шишәмбе, 27 августа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төндә көнсығышта бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +20, +25°.
Шаршамбы, 28 августа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +20, +25°.