Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
28 Август 2024, 09:30

Йәйҙең һуңғы аҙнаһы йылы көндәре менән ҡыуандырмаҡсы

Һауа торошо прогнозы

Йәйҙең һуңғы аҙнаһы йылы көндәре менән ҡыуандырмаҡсы
Йәйҙең һуңғы аҙнаһы йылы көндәре менән ҡыуандырмаҡсы

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22...+26, төндә +10...+16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 29 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +24...+27, төндә +11...+18 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Йомала, 30 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +21...+22 күрһәтһә, төндә +9 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: