-4 °С
Ҡар
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 сентябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20...+25, төндә +10...+15 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Киләһе ике көндә, 10, 11 сентябрҙә, шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +23...+26 , төндә +11...+17 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, тип прогнозлай синоптиктар.