Был ял көндәрендә Башҡортостан халҡын йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтә. Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18...+23 градусҡаса күтәрелә.
Шәмбе, 14 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, ҡайһы бер көнсығыш райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2° тиклем ҡырау төшә, көндөҙ +18,+23°.
Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.