Башҡортостанда икенсе әбейҙәр сыуағы була. Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтарҙан һуң төбәккә йәйге йылы һауа торошо килә.
Республикала был аҙна аҙағында йылытасаҡ, тип күҙаллана. Кесаҙна, 26 сентябрҙә, һауа температураһы күтәрелә башлай. Был көндә һауа 16 градусҡаса йылына.
Ял көндәренә, 28, 29 сентябрҙә, 20 градусҡаса йылыта. Сентябрҙең һуңғы көнөндә 22 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо көтөлә.
Октябрь башында температура әкренләп түбәнәйә башлай.