Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Сентябрь , 09:35

Әбейҙәр сыуағының аҙаҡҡы көндәре

Һауа торошо прогнозы

Әбейҙәр сыуағының аҙаҡҡы көндәре
Әбейҙәр сыуағының аҙаҡҡы көндәре

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 сентябрҙә, аяҙ һәм йылы була. Һауа температураһы көндөҙ +18...+24, төндә –1...+7 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан иҫә, еңелсә.

Иртәгә, 1 октябрҙә, башлыса болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19...+24, төндә +6...+11 градус. Ел төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан иҫә, талғын.

Шишәмбелә, 2 октябрҙә, аяҙлы-болотло була. Термометр бағанаһы көндөҙ +16...+18 күрһәтһә, төндә 0 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел башлыса көнсығыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: