Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
9 Октябрь , 09:35

Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Синоптиктар прогнозы

Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +10...+13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 10 октябрҙә, башлыса болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+14, төндә +3...+7 градус. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, болотло булыуы бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +2...+3 күрһәтһә, төндә –1 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: