-6 °С
Болотло
Синоптиктар киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйеүен прогнозлай.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 октябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +3...+6, төндә –7...–2 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнсығыштансекундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә, 14 һәм 15 октябрҙә, шулай уҡ аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +5...+10 күрһәтһә, төндә –8 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.