Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында октябрь аҙағына хас булмаған һауа торошо – һауа температураһы уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 октябрҙә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +11...+14, төндә –4...+1 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 22 октябрҙә, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +4...+8, төндә 0...+2 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Шаршамбыла, 23 октябрҙә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +6...+9, төндә +5...+6 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 2-4 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.